+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2021, 15:41

Онлайн ВикиМәктәптә уҡыуҙар дауам итә

Республика Башлығы гранты иҫәбенә «Википедия: ҡыҫҡа танышыу курсы» программаһы буйынса ике төркөм бушлай лекциялар тыңланы ла инде. Тыңлаусылар Википедияла теркәлергә, мәҡәлә яҙырға һәм мөхәррирләргә, сығанаҡтарға һылтанмалар яһарға, фото тейәргә һәм мәҡәләгә ҡуйырға, башҡа телдән мәҡәлә тәржемәләргә өйрәнде.

Барлыҡ лекцияларҙы тыңлап, өйгә эштәрҙе дөрөҫ эшләгәндәргә Викимедиа РУ ойошмаһының электрон сертификаты тапшырылды.
Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү Фонды ярҙамында быйыл тағы дүрт төркөм бушлай уҡыясаҡ.

Беренсе төркөм 30 июндән уҡый башлай. Дәрестәр шаршамбы, кесаҙна, йома көндәрендә Өфө ваҡыты менән киске сәғәт туғыҙҙа башлана. Курста уҡыу өсөн исемлеккә теркәлергә кәрәк. Онлайн уҡыу бүмәһенә инеү өсөн һылтанма һәм серһүҙ курс башланыр алдынан электрон почтағы ебәрелә. Урындар сикләнгән, ашығығыҙ!
Читайте нас: