-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июнь 2021, 11:16

Бөгөн һуғыш башланған көн...

1941 йылдың 22 июне — илебеҙ тарихындағы иң ҡараңғы көндәрҙең береһе — Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө — Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн.

1941 йылдың 22 июне — илебеҙ тарихындағы иң ҡараңғы көндәрҙең береһе — Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө — Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн. Илебеҙ Хәтер һәм ҡайғы көнөн билдәләй. Бынан 80 йыл элек – 1941 йылдың 22 июнендә таңғы сәғәт 4-тә фашистик Германия, һөжүм итмәү тураһындағы килешеүеҙе боҙоп, Советтар Союзының сиге аша үтеп, илебеҙ тарихындағы иң ҡанлы һуғышты башлай. Дошман авиацияһы ил сигенә яҡын урынлашҡан аэродромдарҙы, тимер юлдарҙы, совет ғәскәре частарын көслө утҡа тота. Мурманск, Литваның Каунас, Минск, Киев, Одесса һәм Севастополь ҡалаларына бомба яуҙыра. Көслө ҡоралланған дошман армияһы сик буйындағы хәрби көстәрҙе һәм һуғыш ҡоралдарын, ҡорамалдарын юҡҡа сығара. Һауа һәм артиллерия һөжүменән һуң, фашистарҙың Балтик буйынан алып Карпат тауҙарына тиклемге фронтта ҡоро ер ғәскәрҙәренең төп көстәре ҡуҙғала. Шулай итеп, Германияның союздаштары булған Венгрия, Румыния, Финляндия, Хорватия кеүек илдәр бергәләп СССР-ға ябырыла.
Германия ғәскәрҙәре иҫ китмәле ҡоралланған була – 191 дивизия, шул иҫәптән 19 танк һәм 14 моторлаштырылған дивизия Советтар Союзына ҡаршы һуғыша. Йәғни хәрби дошман көстәрендә 5,5 миллион кеше, 4300-гә яҡын танк, 47,2 мең орудие һәм миномет, 4980 хәрби самолет һәм 192 хәрби карап иҫәпләнә. Адольф Гитлерҙың “Барбаросс” планы буйынса, көҙгә тиклем улар илде баҫып алырға ниәтләнә. Тик был һуғыш дүрт айға түгел, ә дүрт йылға тиклем һуҙыла...
Читайте нас