-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июнь 2021, 10:35

Башҡортостанда мотлаҡ вакцинация индерелеүе ихтимал

Был турала Республика башлығы бөгөнгө оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, әгәр ҙә коронавирус менән бәйле хәл киҫкенләшә икән ҡәтғи саралар күрергә тура киләсәк.

Был турала Республика башлығы бөгөнгө оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, әгәр ҙә коронавирус менән бәйле хәл киҫкенләшә икән ҡәтғи саралар күрергә тура киләсәк. Төбәк етәксеһе шулай уҡ 2 июлгә тиклем дәүләт хеҙмәткәрҙәренең 60 процентын вакцинациялау бурысын ҡуйҙы. Чиновниктар тәү сиратта өлгө күрһәтергә тейеш, тине Радий Фәрит улы.
Республикала был аҙнанан юғары әҙерлек режимына үҙгәрештәр индерелә. Мәҙәниәт учреждениелары, спорт объекттары халыҡты прививка сертификаты менән генә ҡабул итә башлай. Ә 29 июндән сикләүҙәр дөйөм туҡланыу, социаль хеҙмәтләндереү, шифахана-курорт ойошмаларына, студенттар ятағына, ҡала яны поездарына ла индерелә. Әммә белгестәр фекеренсә, хәүефһеҙлек талаптары ғына мәкерле сирҙән ҡотҡара алмай. Төп һаҡланыу инструмент булып вакцинация тора.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, үткән ял көндәрендә коронавирустан привика яһатыусылар 28 процентҡа артҡан. Халыҡ килә икән, вакцина менән өҙөклөк һәм сираттар булмаҫҡа тейеш, тине Республика башлығы. Әле Башҡортостанда 170 вакцинация пункты эшләй.
Читайте нас