-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июнь 2021, 17:10

Өфөлә «Ҙур сығарылыш кисәһе» булмай

Башҡортостандың баш ҡалаһында яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле 26 июндә «Ҡашҡаҙан» паркында планлаштырылған «Ҙур сығарылыш кисәһе» булмай.

«Ойоштороусылар, коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен иҫәпкә алып, ошондай ҡарар ҡабул итте», — тип белдерҙеләр Өфөнөң Октябрь районы матбуғат хеҙмәтендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе Радий Хәбиров 18 июндә юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Төҙәтмәләргә ярашлы, 2 июлгә тиклем республикала йәшәүселәргә һәм ҡунаҡтарына халыҡ күпләп йыйылған урындарға барырға кәңәш ителмәй.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы республика мәктәптәрендә сығарылыш кисәләренең барлыҡ санитар нормаларҙы үтәү шарты менән уҙғарыласағы тураһында хәбәр иткәйне.
Читайте нас