+7 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
23 Июня 2021, 04:32

100 балға тапшырҙы

Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназияһының сығарылыш класс уҡыусыһы Морат Вәлиуллин география фәненән имтиханды 100 балға биргән.

Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназияһының сығарылыш класс уҡыусыһы Морат Вәлиуллин география фәненән имтиханды 100 балға биргән. Бәләкәй синыфтарҙан уҡ география фәне менән ҡыҙыҡһынып ошо йүнәлештә төрлө мәктәп, район, республика һәм вуз олимпиадаларында даими рәүештә ҡатнашып призлы урындар яулаған егет киләсәктә үҙен геодезия өлкәһендә белгес итеп күрә. Морат БДУ-ның география факультетына уҡарға барырға уйлай. Егет бөгөндән үк үҙен студент тип һанай ала, сөнки Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыу һәм ошо йүнәлештәге юғары уҡыу йортон һайлау уҡыусыға автоматик рәүештә студент булыу хоҡуғын бирә.
Читайте нас