Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында төп документҡа төҙәтмәләр беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Закон проектын парламентҡа Республика Башлығы индерҙе. Үҙгәреш Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереүгә бәйле ҡабул ителә. Закон проекты менән Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Александр Сидякин таныштырҙы. Республика Конституцияһына 170-тән ашыу төҙәтмә тәҡдим ителгән. Александр Сидякин белдереүенсә, төҙәтмәләр ике өлөштән тора. Тәүгеһе федераль ҡануниәткә яраҡлаштырылған, икенсеһе – Башҡортостан өсөн генә хас була. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай фракциялары үҙгәрештәрҙе хупланы һәм закон проектының икенсе уҡыуҙа ҡаралыуына өҫтәмәләр индерергә тәҡдим итте. Республика парламентында “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе, вице-спикер Рөстәм Ишмөхәмәтов билдәләүенсә, Башҡортостан Конституцияһына граждандарҙы социаль яҡлау, мәҙәни төрлөлөк, халыҡ йолаларын һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау буйынса мөһим төҙәтмәләр индерелә. Пленар ултырышта ул башҡорт телендә сығыш яһаны.