Йәмле йәй урталарында Башҡортостан халҡын тағы ла бер ял көнө көтә.
20 июль – Ҡорбан байрамы уңайынан, республикала ял көнө тип, рәсми рәүештә иғлан ителде.
Ҡорбан байрамын Зөлхизә айының 10-сы көнөндә, Ураҙанан һуң 70 тәүлек үтеүгә, байрам итә башлайҙар һәм ул өс-дүрт тәүлеккә һуҙыла.
19 июль бер сәғәткә ҡыҫҡартылған эш көнө булып тора.
Пандемияға бәйле сикләүҙәр арҡаһында, байрам ниндәй форматта үтеүе тураһында әлегә мәғлүмәттәр юҡ.