-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь 2021, 15:53

“Аманат” журналының Һөтай һанына күҙәтеү.

Сәләм, дуҫтар! Компьютер, телевизор, телефондарҙан ялҡып китмәнегеҙме әле? Ай-һай, еңел түгел көнө буйы күҙ талдырып, экранға текләп ултырыуы. “Уҡыусыларыбыҙ каникулда йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы ҡағыҙ баҫма уҡыһын әле” – тип, “Аманат”тың июнь һанын “мейестә бешереп алдыҡ”. Тиҙҙән журналды ҡулығыҙға аласаҡһығыҙ!

Сәләм, дуҫтар! Компьютер, телевизор, телефондарҙан ялҡып китмәнегеҙме әле? Ай-һай, еңел түгел көнө буйы күҙ талдырып, экранға текләп ултырыуы. “Уҡыусыларыбыҙ каникулда йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы ҡағыҙ баҫма уҡыһын әле” – тип, “Аманат”тың июнь һанын “мейестә бешереп алдыҡ”. Тиҙҙән журналды ҡулығыҙға аласаҡһығыҙ!
Был һанда беҙ һеҙҙе өр-яңы мәҡәләләр менән шатландырасаҡбыҙ!
Уҡыусыларыбыҙҙан килгән йөкмәткеле шиғырҙар, әкиәттәр “Аманат”ыбыҙҙың эстәлеген байытты.
Журналыбыҙҙың тышын Баймаҡ районының Икенсе Этҡол мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусылары биҙәй.
“Наркоманияға – стоп!” – исемле ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәҡәлә бар беҙҙең журналда. Наркотик ҡулланыу кеше организмы өсөн ауыр эҙемтәләргә килтерә. Өлкәндәрҙекенә ҡарағанда балалар организмында ҡан тиҙерәк йөрөй. Шуның арҡаһында балалар һәм йәш үҫмерҙәрҙе наркотик матдә тиҙ ағыулай, ғөмүмән ни өсөн был насар наркотиктан баш тартырға, уға яҡынлашмаҫҡа икәнде белгегеҙ килһә был мәҡәлә, моғайын бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.
Әлбиттә, журналыбыҙҙа даими барған “Ай, һылыу!” конкурсы ла күҙ уңынан ситтә ҡалманы. Һөтай һылыуында был юлы беренсе урынды кем алды икән?
Ҡыҙҙар, был һаныбыҙҙа “Мәңгелек сер” рубрикаһында “Ағайыма ғашиҡ булып йөрөгәнмен...” тип аталған ысын булған хәлде уҡырһығыҙ. Шулай, хөрмәтле дуҫтар, борон беҙҙең халҡыбыҙҙа шундай йола булған: кәләш алыр, йә кейәүгә сығыр алдынан ете быуынды, араларҙы, ырыуҙарҙы тикшергәндәр, ҡарағандар. Туғанлыҡ ептәрен барлап сыҡҡандар. Сөнки ете быуынға хәтлем туғаның менән өйләнешергә ярамай. Ҡайһы саҡ ҡан алмаштырыр өсөн сит ҡәбиләнән дә кәләш алып бирер булғандар. Белешегеҙ, йәрҙәрегеҙ һеҙгә туған түгелме?
Журнал постерын биҙәгән был егет һәм ҡыҙҙар кем ул, тип һорарһығыҙ? Улар бөтөн республиканың мәҙәни күген биҙәгән Ишембай ҡалаһының “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәр ансамбле.
Йә, артығын “һайрамаҫ” элек, күҙәтеүҙе ошо урында туҡтатып торайыҡ.
“Аманат”тан айырылмағыҙ! Бер ниндәй Интернет та, телевизор ҙа журналды алмаштыра алмай!
Читайте нас