Мин Иҫәнюлова Сөмбөл булам. Миңә 7 йәш. Хәйбулла районы Сиҙәм ауылында йәшәйем. Минең этемдең исеме "Аҡтырнаҡ". Мин балалар баҡсаһынан ҡайтҡанда, әллә ҡайҙан тауышымды ишетеп, өрөп яратҡан этем ҡаршы ала. Уны йылы һөт, аш, бутҡалар менән һыйлайым. Аҡтырнаҡ, рәхмәт әйткәндәй, шатланып ҡойроғон болғай. Мин этемде, үҙемдең тоғро дуҫымды нык яратам!!!!!