-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь 2021, 16:21
1

Ялған сертификаттар өсөн - енәйәт яуаплылығы

Һуңғы көндәрҙә республикала тажвирусҡа ҡаршы саралар көсәйтелеүе сәбәпле вакцина яһатмайынса прививка эшләтеү тураһында ялған сертификаттар алыуға ихтыяж артыуы тураһында хәбәрҙәр йөрөй. Ялған сертификаттар таратҡан өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралыуы тураһында һаулыҡ һаҡлау министры ярҙамсыһы Марат Гәрәев аңлатма бирҙе.

- Бындай осраҡтар өсөн дисциплинар яуаплылыҡтан тыш, енәйәт яуаплылығы ла ҡаралған. Ҡайһы берәүҙәр бер нисә мең һумлыҡ ришүәт өсөн яза булмаҫ тип яңғылыша. Әммә бәләкәй күләмдә ришүәт алған йәки аралашсы булған өсөн дә 231-се статьяла яза ҡаралған, уларға бер йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Бынан тыш, ҡайһы берәүҙәрҙең вакцинация тураһында сертификаттар йәки бланктар менән “сауҙа итергә” маташыуҙары шулай уҡ язаһыҙ ҡалмаясаҡ, бындай мутлыҡтар өсөн алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре мөмкин, тине ул.
Читайте нас