-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2021, 13:58
БАЛА САҠ УТРАУЫ
Баласаҡтың утрауына –Килегеҙ беҙгә, дуҫтар!Сәпәкәйле уйнағандаТоташһын йылы устар!
Баласаҡтың утрауына –
Килегеҙ беҙгә, дуҫтар!
Сәпәкәйле уйнағанда
Тоташһын йылы устар!
Беҙҙә гөлдәр сәскә ата,
Йыл буйы ҡояш көлә.
Йәй ҙә, ҡыш та - һәр бер миҙгел
Күстәнәс тейәп килә.
Беҙҙә сағыу йәнһүрәттәр,
Һөйләшә бар йәнлектәр.
Улар бала саҡ иленең
Хужалары кеүектәр.
Шишмәләр мәҡәлдәр әйтә,
Көләмәс һөйләй йылға.
Ҡара урман эстәренә
Барса әкиәт тулған.
Һиңә һуҙам ҡулдарымды,
Һин минең ҡулға тотон!
Ете диңгеҙҙә һүнмәһен
Беҙҙең дуҫлыҡтың уты!
Ете тауҙы аша сыҡһын
Тәрән дуҫлыҡтың ҡото!
Лариса Абдуллина шиғыры.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"