-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2021, 10:13

Балаларға - өр-яңы автобус!

БАЙМАҠТА ЙӘШӘҮСЕ 11 БАЛАЛЫ ҒАИЛӘГӘ - МИКРОАВТОБУС!


Баймаҡта йәшәүсе һигеҙ ҡыҙ һәм өс улға ғүмер биргән Зөлфиә менән Вәкил Боҫҡоновтар ғаиләһенә өр-яңы микроавтобус асҡысы тапшырылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡта эш сәфәре менән булғанда ғаиләгә ошондай вәғәҙә биргәйне. Әйткән һүҙ үтәлде: Боҫҡоновтарға автобус асҡысын Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тапшырҙы. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев тә ғаиләнең ҙур шатлығы менән уртаҡлашты.
Боҫҡоновтар сығышы менән Икенсе Этҡол ауылынан. Беренсесиныфтан бергә уҡыйҙар. Мәктәптәге дуҫлыҡ артабан оло мөхәббәткә әйләнеп, 1992 йылда өйләнешәләр. Балаларының исемдәре "йырлап" тора: Илсиә, Илгиз, Вилиә, Гөлфиә, Таңгөл, Заһиҙә, Зөмәрә, Нәфисә, Заур, Нәргизә, Камил. Иң өлкән ҡыҙҙарына 27 йәш булһа, бәләкәйҙәре Камилға әле биш йәш. Әйткәндәй, Илсиә ата-әсәһен олатай-өләсәй ҙә иткән, ул ире менән бер ул һәм ҡыҙ үҫтерә.

Ғаилә башлығы быйыл "Ил терәге" исеменә лайыҡ булһа, хужабикәнең күкрәгендә "Әсәлек даны" миҫалы балҡый.
Читайте нас