-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2021, 11:06

Фәйез шишмәһе төҙөкләндерелде

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың вице-спикеры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ауыл халҡы ярҙамы менән Фәйез шишмәһен төҙөкләндереүгә күп көс һалды. Эштәр "Атайсал" проектына ярашлы башҡарылды.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың вице-спикеры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ауыл халҡы ярҙамы менән Фәйез шишмәһен төҙөкләндереүгә күп көс һалды. Эштәр "Атайсал" проектына ярашлы башҡарылды. Фәйез ҡойоһо Иҫке Байрамғолдағы йылына бер тапҡыр, яҙ көнө генә аҡҡан Әүлиә шишмәһе кеүек үк киң билдәле. Уның һыуы шифалы иҫәпләнә", - тип һөйләне Эльвира Айытҡолова.
"Атайсал" проекты Радий Хәбиров башланғысы менән март айында эшләй башланы. Һәр кем тыуған яғына йәки сайттан һайлап алып ниндәйҙер төбәккә ҡулынан килгән ярҙамды күрһәтә ала. Бының өсөн ataisal.ru порталында ярҙам итергә теләгән ауыл-ҡаланы һайлап, үҙенең проектын тәҡдим итергә һәм булышлыҡ төрөн күрһәтергә кәрәк.
Читайте нас