-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2021, 09:16

Урал батырға, Ҡурайға һәм Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалыусыларға һәйкәлдәр буласаҡмы?

Кисә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Аҡһаҡалдар ҡоро ултырышы үтте.

Кисә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Аҡһаҡалдар ҡоро ултырышы үтте. Һөйләшеүгә 2024 йылда Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығын билдәләү, байрамға әҙерлек сиктәрендә «Өфө-II ҡаласығы» музей комплексын төҙөү, киләһе йылда 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 210 йыллығын үткәреү кеүек тәҡдимдәр сығарылды. Аҡһаҡалдар ҡороноң Өфө ҡалаһының 450 йыллығын билдәләүгә бәйле тәҡдимдәре ҡаралды. Улара араһында башҡорт халҡының үлмәҫ әҫәре — «Урал батыр» эпосы хөрмәтенә архитектура ансамбле булдырыу, милли музыка ҡоралы ҡурайға һәйкәл ҡуйыу, Башҡорт автономияһына нигеҙ һалыусыларҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында стела урынлаштырыу кеүек фекерҙәр яңғыраны. Тәҡдимдәр тикшерелгәндән һуң бер аҙ төҙәтмәләр менән ҡабул ителде.
Читайте нас