-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июнь 2021, 10:30

Сығарылыш кисәләре үтте

Кисә Башҡортостандағы мәктәптәрҙә тантаналы сығарылыш кисәләре үткәрелде.Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова Өфөләге ике мәктәпте – 159-сы мәғариф үҙәге һәм 136-сы башҡорт лицейын – тамамлаусыларға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Өфөләге Октябрь районындағы 24 мәктәпте 1,1 мең ҡыҙ һәм егет тамамлаған. Улар араһында дүртәүһе сығарылыш имтиханын юғары баллға тамамлаған. Тимур Ғарипов (47-се мәктәп) һәм Булат Әхмәҙиәров (130-сы гимназия) физика буйынса 100 балл йыйған. 159-сы мәғариф үҙәгенән Рөстәм Садиҡов менән Анастасия Чернова ла ошондай уҡ балл туплаған.
Эльвира Айытҡолова төбәк һәм мәктәптәрҙе тамамлаусылар өсөн был мөһим ваҡиғанан һуңғы уй-хистәре менән уртаҡлашты. Ул 136-сы лицейҙы тамамлаусыларҙың туған телендә сығыш яһауынан ҡәнәғәт ҡалды. Вице-спикер был лицейҙы төбәктәге милли мәктәптәр араһындағы иң яҡшыларының береһе икәнлеге хаҡында белдерҙе.
Хәҙер мәктәпте тамамлаусыларға вузды һайларға кәрәк. Эльвира Айытҡолова ире менән ҡасандыр һайлау алдында торған – оло ҡыҙы, хәҙер бәләкәй ҡыҙы хаҡында һөйләне.
Әйткәндәй, августа республика ата-әсәләр форумы үтәсәк. Вице-спикер Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы ҡарамағындағы ата-әсәләр комиссияһы һөҙөмтәләре менән уртаҡлашты һәм ата-әсәләрҙе ошо хәрәкәттә ҡатнашырға саҡырҙы.
Читайте нас