Форумға республиканан тыш, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ғалимдар, тарихсылар, башҡорт ҡоролтайҙары вәкилдәре, музей һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре, журналистар йыйылды. Башҡортостан ауылдарының тарихын өйрәнеү мәсьәләләре, генеалогик тикшеренеүҙәр һәм тыуған яҡты өйрәнеүҙә яңы формат булараҡ башҡорт ырыуҙары хәрәкәте, республикала археология ҡомартҡыларын өйрәнеү һәм популярлаштырыу проблемалары, тыуған яҡты өйрәнеү эшен популярлаштырыуҙа музейҙарҙың һәм китапханаларҙың роле ҡарала. Республиканың иң яҡшы тыуған яҡты өйрәнеүселәре Хөкүмәттең һәм Дәүләт Йыйылышының рәхмәт хаттары, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төп наградаһы — «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде.