-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июнь 2021, 11:54

Һәләтле студенттарға 50-100 мең һум стипендия түләнәсәк.

Фән темаһына арналған тәүге кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы хаҡимиәте етәксеһе Александр Седякин үткәрҙе.

Фән темаһына арналған тәүге кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы хаҡимиәте етәксеһе Александр Седякин үткәрҙе. Университет ректорҙары ҡабул итеү кампанияһына әҙерлек, һәләтле студенттарҙы дәртләндереү саралары хаҡында һөйләне. Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттарына стипендия 100 мең һумға тиклем барып етә икән. Ә бына БДУ-ла бындай стипендия -50 мең һум тирәһе. Өфө дәүләт авиация техник университеты был йәһәттән йәш ғаиләләр өсөн булдырылған ипотеканы субсидиялау программаһы менән маҡтана ала. Шулай уҡ кәңәшмәлә быйыл республика вуздарында 13162 мең бюджет урын булдырылыуы хаҡында билдәле булды. Ҡайһы бер вуздар ҡабул итеү кампанияһын 20 июндә үк башлаған. БДИ-ның һуңғы һөҙөмтәләре 5 июлдә билдәле буласаҡ.
Читайте нас