-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июнь 2021, 09:46
“Торатау” конгресс-холы янында “Фольклориада йөрәге” ҡалҡа
Өфөлә, “Торатау” конгресс-холы янында, Бөтә донъя фольклориадаһы өсөн тәғәйенләнгән “Фольклориада йөрәге” тип аталған концерт майҙансығы ҡорола башланы.
Өфөлә, “Торатау” конгресс-холы янында, Бөтә донъя фольклориадаһы өсөн тәғәйенләнгән “Фольклориада йөрәге” тип аталған концерт майҙансығы ҡорола башланы. Сәхнә конструкцияһы махсус шына баҫмалар ярҙамында ҡорола. Улар ғәҙәттә ваҡытлыса биналар, күперҙәр, йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр һәм башҡа ҡоролмалар төҙөгәндә ҡулланыла. Һуңғы тиҫтә йылдар дауамындағы барлыҡ олимпиадаларҙың партнеры булған “Clay Paky” компанияһы яҡтыртыу ҡоролмаһы менән тәьмин итәсәк. Бынан тыш, компания вәкиле әйтеүенсә, Фольклориада барышында Өфөлә ҙур яҡтылыҡ шоуы үтәсәк.
Сәхнәнең уң һәм һул яғында бейек кенә башнялар ҡорола, уларға трансляция өсөн экрандар ҡуйыласаҡ. 30 июндә сәхнәне биҙәү, баннерҙар ҡуйыу эше башланасаҡ.
Фестивалде тамаша ҡылырға килгән һәр кем таҙа, сағыу тауыштарҙы тыңлап кинәнһен өсөн акустика системаһын урынлаштырыу үҙенсәлектәре етештереүсенең Францияла урынлашҡан штаб-квартираһы менән ентекле килешелгән.
Фольклориаданың һуңғы көнөндә – 10 июлдә ҙур тамашалар – лазер һәм мультимедиа шоуҙары көтөлә. Ошо уҡ көндә концерт алдынан авиашоу уҙасаҡ. Унда ҡатнашасаҡ пилотаж төркөмдәр сер итеп тотола.
Сараға бәйле яңылыҡтарҙы “Бәйләнештә” селтәрендә ҡарап бара алаһығыҙ:
https://vk.com/folkloriada2021
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"