-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июнь 2021, 08:44

Имтиханды 100 балға тапшырғандарға – 100 мең һумлыҡ грант

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырып, республиканың юғары уҡыу йорттарына инеүселәрҙе дәртләндереү саралары булдырырға ҡушты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырып, республиканың юғары уҡыу йорттарына инеүселәрҙе дәртләндереү саралары булдырырға ҡушты.

- Улар – төплө, эшһөйәр, талантлы балалар. Һәм беҙ, әлбиттә, уларҙы төбәгебеҙҙә ҡалдырырға теләйбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Үҙебеҙҙең университеттарға уҡырға ингән 100 баллыларҙы дәртләндереү сараларын уйлағыҙ. Ул өҫтәмә стипендия йәки 100 мең һумдан башланған йыллыҡ грант булыуы ихтимал. Аҡсаны иҫәпләп, бәлки сумманы арттырырға ла мөмкин. Иң мөһиме – ул абитуриенттар өсөн уңайлы, аңлайышлы алым булырға тейеш.
Башҡортостан Башлығы был мәсьәләне хәл итеүҙе оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты, сөнки БДИ-ны 100 балға тапшырғандарға башҡа юғары уҡыу йорттары ла “һунар алып бара”.
Республика мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, бөтә фәндәр буйынса БДИ һөҙөмтәләре 8 июлгә билдәле булып бөтәсәк. Әлегә 89 уҡыусы максималь балл йыйыуға өлгәшкән, ә дүрт уҡыусы икешәр имтиханды 100 балға тапшырған.
Читайте нас