Бөтөн Рәсәй биләмәһендә тиерлек температура 1 июлдә норманан юғарыраҡ була. Айырыуса Волга буйы федераль округында, Уралда һәм Яҡутстанда эҫе буласаҡ. Волга буйы округында, шул иҫәптән Башҡортостанда һауа температураһы норманан 7-8 градусҡа юғары булыуы көтөлә (ә норма 17-20 градус).
Бөгөн республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, ямғыр ваҡытында көсәйә. Һауа температураһы төндә 17-22, көндөҙ 30-35 градус эҫе була.