-19 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2021, 10:17

Асҡын районының 2019-2021 йылдарҙағы башлығы Ришат Дихин иҫтәлегенә премия булдырылды

Ул уҡыу һәм йәмәғәт тормошо алдынғыларына тапшырыласаҡ. Тәүге премияға төбәктең биш уҡыусыһы лайыҡ булды.

Ул уҡыу һәм йәмәғәт тормошо алдынғыларына тапшырыласаҡ. Тәүге премияға төбәктең биш уҡыусыһы лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһы Ришат Дихиндың тыуған ауылы Урмияҙҙа үтте. Ошо көндәрҙә замандашыбыҙға 34 йәш тулған булыр ине.
Ул уҡыу һәм йәмәғәт тормошо алдынғыларына тапшырыласаҡ. Тәүге премияға төбәктең биш уҡыусыһы лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһы Ришат Дихиндың тыуған ауылы Урмияҙҙа үтте. Ошо көндәрҙә замандашыбыҙға 34 йәш тулған булыр ине.
Уҡыу алдынғыһы ғына түгел, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашҡан биш мәктәп уҡыусыһы Ришат Дихин исемендәге район стипендияһына эйә булды. Премия элекке 2019-2021 йылдарҙағы район башлығы, яҡташтары хөрмәтенә булдырылған. Уның йөрәге мәкерле сирҙән һуң март айында тибеүҙән туҡтаны. 27 июндә уға 34 йәш тулған булыр ине.
Хәтер кисәһе «Уҡылмаған китап» тип юҡҡа ғына исемләнмәгән. Ришат Марат улы ваҡытында шиғыр һәм проза әҫәрҙәрен ижад итә. Улар 2017 йылда айырым китап итеп тә донъя күрә. Сәйәсәт өлкәһе эшмәкәрлеге осоронда яҙыусылыҡҡа иғтибары кәмеһә лә, ташламай. Ҡулына онотҡанда бер булһа ла ҡәләм алыр булған.
Тыуған районының, халҡының ысын патриоты булды, ти уҡытыусылары уның хаҡында. Мәктәп йылдарынан уҡ Ришат Дихин белемгә, яңылыҡҡа ынтылыусан була. Ғаилә нәҫел-тамырҙарына иғтибарлы, тыуған яғына ихтирам менән йәшәүе һәр кемдә һоҡланыу уята.
Ришат Дихин Асҡын районы башлығы булып ике йыл самаһы эшләүгә ҡарамаҫтан, төбәк үҫеше өсөн ҙур өлөш индереп өлгөрә.
Хәтер кисәһе Ришат Дихин тураһында яҡты һәм ҡәҙерле хәтирәләр менән үрелеп барҙы. Тормош юлын сағылдырған фотоларҙан торған видеояҙма күрһәтелде. Сара Ришат Марат улы ҡасандыр тыуған Урмияҙ ауылы мәҙәниәт йорто сәхнәһендә күрергә теләгән Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры сығышы менән тамамланды.
Читайте нас: