-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2021, 09:49

Фольклориада-2021, ул ниңә кәрәк?

Фольклориада-2021, ул ниңә кәрәк? Нишләп концерттар кисектерелмәгән? Башҡортостан халҡы һәм ҡунаҡтар коронавирус менән ауырымаһын өсөн ниҙәр эшләргә?

Башҡортостан 3 - 10 июлдә Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итә. Был сағыу байрамға донъяның тиҫтәләгән иленән ҡунаҡтар килә.
Концерттар ҡайҙа һәм нисек үтә? Меңәрләгән ҡунаҡ ҡайҙа йәшәйәсәк? Башҡортостан буйлап улар нисек сәйәхәт итәсәк? Ниндәй телдәрҙә аралашасаҡ? Концерттар бушлаймы? Улар Өфөлә генә түгел, республиканың ҡала-ауылдарында ла буламы? Һәм, иң мөһиме, фольклор фестивале үтеүгә бәйле ковид-19 менән хәл ҡатмарлашмаһын өсөн ниҙәр эшләнә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға БЮТ каналы студияһында, шулай уҡ соцселтәрҙәрҙә тура эфирҙа эксперттар яуап бирәсәк. Һорауҙарҙы хәҙерҙән үк бирә башларға мөмкин. Бының өсөн https://vk.com/wall-27097047_256631 адресы буйынса инеп, шундағы ошондай пост аҫтына комментарийҙар ҡалдырырға мөмкин.
Тура эфир бөгөн, сәғәт киске 9-сы яртыла башлана. Уны https://vk.com/wall-27097047_256631 һылтанмаһы буйынса ҡарағыҙ.
Читайте нас