-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2021, 20:54

Уҡыусылар ғәҙәти алымда уҡыясаҡ

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ил Президенты Владимир Путин менән тура эфир ваҡытында уҡыу йылының нисек башланырына бәйле яңғыраған һорауға аңлатма бирҙе.

"Бөгөн РФ Президенты менән тура эфир ваҡытында бер мәктәп уҡыусыһы уҡыу йылының нисек башланырына, уҡыу процесының ниндәй алымда булырына ҡағылышлы һорау бирҙе. Мин шуны әйтә алам: беҙ Башҡортостанда уҡыу процесын ғәҙәти алымда ойошторорға һәм үткәрергә иҫәп тотабыҙ.
Былтырғы уҡыу йылы, пандемия шарттарында килеп тыуған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ уҡыу процесын санитар-эпидемиологик талаптарға һәм ҡағиҙәләргә ярашлы ойоштора алдыҡ. Беҙ балаларыбыҙ мәктәп партаһы артына ултырыр, тигән өмөт-ышаныста ҡалабыҙ.
Бынан тыш, өҫтәп шуны әйткем килә: әле колледждарҙа, техникумдарҙа, юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү комиссиялары эш башланы. Беҙ коллегаларыбыҙға йәштәр мөхитендә сир таралыуға юл ҡуймау өсөн документтарҙы онлайн ҡабул итеүҙе ойошторорға, электрон сервистар менән ҡулланырға кәңәш иттек. Был йүнәлеш буйынса эш республикала яҡшы ҡуйылған.
Барығыҙға ла яҡшы ял, сығарылыш уҡыусыларына теләгән уҡыу йорттарына инеүен, бөтәгеҙгә именлек һәм тыныслыҡ теләйем!” – тине министр.
Читайте нас