-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июль 2021, 11:39

Башҡортостанда бишенсе класс уҡыусылары һыуға батып барған малайҙы ҡотҡарған

Башҡортостанда бишенсе класс уҡыусылары һыуға батып барған малайҙы ҡотҡарған. Кескәй геройҙарҙың оло ҡаһарманлығы тураһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында һөйләнеләр.

Башҡортостанда бишенсе класс уҡыусылары һыуға батып барған малайҙы ҡотҡарған
Башҡортостанда бишенсе класс уҡыусылары һыуға батып барған малайҙы ҡотҡарған

Башҡортостанда бишенсе класс уҡыусылары һыуға батып барған малайҙы ҡотҡарған. Кескәй геройҙарҙың оло ҡаһарманлығы тураһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында һөйләнеләр. Ваҡиға 2 июлдә Межгорье ҡалаһында Кесе Инйәр йылғаһында булған.

Был көндө өс дуҫ — Дмитрий Филатов, Арыҫлан Ҡаҙбулатов һәм Максим Скулкин йылғала һыу инеп йөрөгән, ҡапыл улар ярҙам һорап ҡысҡырған тауышты ишетеп ҡалған һәм бер малайҙың һыуға бата башлағанын күргән. Дуҫтар юғалып ҡалмаған, шунда уҡ ярҙамға ташланған.

«Беҙ һыу инеп йөрөй инек, ҡапыл ярҙан ярҙам һорап ҡысҡырған тауышты ишетеп ҡалдыҡ һәм бер малайҙың бата башлағанын күрҙек, — тип кемуҙарҙан һөйләй уҡыусылар. — Шунда уҡ уның янына йөҙөп барҙыҡ, Арыҫлан төпкәрәк сумып, уның аяғынан этәрә башланы, Максим сәсенән һөйрәне, ә Дима ҡулынан тотоп алды. Шулай өсәүләшеп уны өҫкә сығарҙыҡ. Шунда беҙгә өлкәндәр ярҙамға килде, улар малайҙы ярға алып сыҡты ла инде».

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы малайҙарҙы бүләкләүҙе юллай.

https://www.bashinform.ru/news/1623236-v-bashkirii-pyatiklassniki-spasli-utopayushchego-malchika/

Автор: ИА "Башинформ"
Читайте нас