-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Август 2021, 09:51

Республикала юғары янғын хәүефе һаҡлана

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, көндөҙ һауа температураһы 38 градусҡа тиклем күтәрелә.

Рәфилә Мәсәғүтова  Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы.
Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы. Фото: Рәфилә Мәсәғүтова

Ҡотҡарыусылар халыҡты иғтибарлы булырға, урамда ялан баш йөрөмәҫкә саҡыра. Күберәк һыу эсергә кәңәш ителә. Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре янғын сығыуға юл ҡуймаҫ өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә өндәй.

Башҡортостанда урман янғындары арҡаһында 4 миллион һумлыҡ зыян күрелгән. Быйыл республикала 250-гә яҡын урман янғыны теркәлгән.

Автор: Сәләмә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас