-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2021, 11:46

Косметикаһыҙ ҙа матур булырға мөмкин!

* Торғас та, йоҡлар алдынан да битеңде йыу. Йыуынғандан һуң боҙ киҫәген (эсемлектәргә һала торған, һыуытҡыста ятҡан боҙ киҫәген ал) битең буйлап йөрөт.

сәлимә Ҡаранаева
Фото: сәлимә Ҡаранаева

* Торғас та, йоҡлар алдынан да битеңде йыу. Йыуынғандан һуң боҙ киҫәген (эсемлектәргә һала торған, һыуытҡыста ятҡан боҙ киҫәген ал) битең буйлап йөрөт. Мотлаҡ крем менән битеңә йомшаҡ ҡына итеп массаж эшлә. Шулай уҡ аҙнаһына бер-ике тапҡыр маска эшлә. Мәҫәлән, ҡоро биткә ҡаймаҡ менән йомортҡаның һарыһын ҡушып эшләнгән, майлы биткә ҡатыҡ менән йомортҡаның ағын ҡушып эшләнгән маска һылайбыҙ һәм 10-15 минуттан йыуабыҙ.

* Көн дә ниндәй булһа ла физик күнекмә эшлә. Мәҫәлән, йога йәки пилатес менән шөғөлләнергә мөмкин. Күнекмәләрҙе интернет аша ҡарап эшлә, шулай файҙалыраҡ була. Күнекмәнән һуң мотлаҡ йыуын.

* Саф һауала күберәк йөрө. Саф һауа беҙҙең организмға бик һәйбәт тәьҫир итә. Организм таҙара.

* Файҙалы аҙыҡ менән туҡлан. Фаст-фуд, алкоголле һәм газлы эсемлектәр, майҙа ҡыҙҙырылған, үтә тоҙло аҙыҡтан ары тор. Күберәк һөт, эремсек, ҡатыҡ, ит, йомртҡа, ярмалар һ.б. файҙалы ризыҡтарға өҫтөнлөк бир. Көнөнә 5-6 тапҡыр әҙләп ашарға тырыш.

* Оптимист бул. Ҡайғырма. Һәр ваҡыт яҡты киләсәккә ышан. Күберәк йылмай. Йылмайыу һиңә килешә, иҫеңдә тот!

Сәлимә Ҡаранаева әҙерләне.

Автор: Сәләмә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас