Мәскәүҙән 9 йәшлек Алиса Теплякова Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына уҡырға ингән.
Курсаҡ, төрлө-төрлө уйындар уйнап, балалар баҡсаһына йөрөр урынға Алисаның ҡулында китап, ручка, дәфтәрҙәр була. Ул - дүрт йәшендә 1-се синыфҡа барырға әҙер була. Уҡытыусылар уларға уҡырға төшөргә әле иртәрәк икәнен иҫкәрткәс, Тепляковтар өйҙә уҡытыу методикаһын булдыра. 5 йәшендә вундеркинд ҡыҙ 5-се синыф программаһын еңел өйрәнә. Ата-әсәһе МДУ-ны тамамлаған, шуға күрә балаларына белемде үҙҙәрә бирә. Шулай итеп, Алиса 9-сы синыфты Ғаиләлә уҡытыу программаһы буйынса тамамлай, 10-11-се синыфтарҙы үҙаллы үҙләштерә. Ҡулына аттестат ала һәм физика, математика, химия, биология, информатика, урыҫ теле предметтарынан Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра. Уҡыуын Мәскәү дәүләт университетының психология факультетында дауам итергә теләгән ҡыҙ өҫтәмә ҡабул итеү һынауҙарын да уңышлы үтеп университетҡа уҡырға инә.
Наталья һәм Евгений Тепляковтар ғаиләһендә бөтәһе ете бала үҫә. Алиса – иң ҙуры. Туғандары ла иртә уҡый-яҙырға өйрәнгән. Бер ҡустыһы 7 йәшендә 9-сы синыфты тамамлап, дәүләт имтиханын тапшырған.