-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2021, 13:03

Республиканың 113 ойошмаһы грантҡа эйә булды!

Башҡортостандың Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының конкурс комиссияһы Башҡортостан Башлығы гранттары бәйгеһенең һөҙөмтәләрен иғлан итте.

сәлимә ҡаранаева
Фото: сәлимә ҡаранаева

Иң популяр йүнәлештәр:

  • Һаулыҡты һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм спортты пропагандалау – 24 проект;
  • Социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм айырым категория граждандарҙы яҡлау – 23 проект;
  • Мәҙәниәт, сәнғәт, тарихи хәтерҙе һаҡлау – 23 проект;
  • Мәғариф, фән һәм мәғрифәт – 15 проект;
  • Граждандар хоҡуҡтарын яҡлау, граждандар йәмғиәте институттарына ярҙам – 8 проект;
  • Ғаиләгә, әсәлеккә, аталыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү – 6 проект;
  • Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, уңайлы йәшәү мөхитен булдырыу һәм йәнлектәрҙе яҡлау – 6 проект;
  • Йәштәр сәйәсәте – 6 проект.
  • Милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты нығытыу – 3 проект.

Иң ҙур грантҡа – 8 386 880,00 һумға «Башҡортостандың хәрби үткәне, республиканы төҙөүселәрҙең ғилми мираҫын ҡайтарыу» проекты, авторы – «Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте» дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһе. 219 385,50 һум күләмендә иң бәләкәй грантҡа «Сикләнгән мөмкинлектәрҙән – сикһеҙ һәләттәргә» проекты Хәйбулла районындағы «Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте» эйә булды.

Еңеүселәрҙең тулы исемлеге менән https://grant.bashkortostan.ru/ һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс бюджеты 164 850 668 һумды тәшкил итә.

Автор: Сәләмә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас