-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2021, 12:14

Уйыныбыҙ еңеүсеһе

Рабиға Таһироваға бүләккә Мөнир ҠУНАФИНдың “Шаҡмаҡ ҡояш” исемле өп-өр яңы китабын автограф менән бүләк итәбеҙ!

Сәлимә Ҡаранаева
Фото: Сәлимә Ҡаранаева

Китап – кешенең хәтере, юлдашы, кәңәшсеһе, ярҙамсыһы, уҡытыусыһы.

Китапһыҙ халыҡ – тарихһыҙ халыҡҡа әйләнгән, ә тарихын онотҡан халыҡтың киләсәге өҙөлгән.

Кеше китап уҡыуҙан йәм табырға өйрәнергә тейеш тигән фекер менән беҙ ҙә “ Аманат” журналы мөхәрририәте йәһәт кенә уйын ойошторғайныҡ.

Беҙҙең уйын шарттары бик ябай, тик бирелгән текстҡа, “Т” хәрефе менән генә башланған һүҙҙәр ҡушып дауам итеп яҙып бөтөргә кәрәк ине. 5 көн дауамында барған уйыныбыҙҙың еңеүсеһе  Йылайыр районының Яманһаҙ ауылынан Рабиға Таһироваға  Мөнир ҠУНАФИНдың “Шаҡмаҡ ҡояш” исемле өп-өр яңы китабын автограф менән бүләк итергә булдыҡ!

Ҡотлайбыҙ һеҙҙе!

Автор: Сәләмә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас