Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 9 августа аяҙ, ямғырһыҙ көн көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан иҫә. Уның тиҙлеге төндә секундына 0-5 метр, көндөҙ 8-13 метрға тиклем етәсәк. Һауа температураһы төндә 11-16 градус, төньяҡ һәм таулы райондарҙа 4-9 градус йылы, көндөҙ 24-29 градус эҫе.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, республиканың көньяғында юғары янғын хәүефе һаҡлана.
Иртәгә, 10 августа шулай уҡ ямғырҙар көтөлмәй. Ел төньяҡ, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Төндә 11-16, көндөҙ 25-30 градус эҫелек көтөлә.
11 августа һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Яуым-төшөм булмай, ти синоптиктар. Ел төньяҡ, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә 11-16 градус, төньяҡ һәм таулы райондарҙа 4-9 градус. Көндөҙ шулай уҡ 25-30 градус.