0 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Август 2021, 09:34

Башҡортостан Бренды, Көмөш миҙалға лайыҡ булған!

Төпкөл генә ауылда, ябай ғына умартасының балы Канадала былтыр икенсе урын ала һәм Көмөш миҙалға лайыҡ була.

Башҡортостанға дан алып ҡайта. Әлеге көндә Сертификат Ауыл хужалығы министерствоһында һаҡланһа, миҙалы Нурияның атаһына тапшырыла. Коронавирус  пандемияһы арҡаһында Умартасы менән уның продукцияһын Канадаға алып барып конкурста ҡатнаштырған Ишемғолов Әмир үкенескә ҡаршы тереклектә осраша алмай. Сертификат, Миҙалды хужаһына күрһәтергә килгәндә Нурияның атаһы больницала ятҡан була. Инде ул больницанан сығып, осрашырға тейеш булһалар ҙа, Ишемғолов  коронавирус менән ауырып вафат була. Шулай осрашыу ҡыҙғанысҡа ҡаршы килеп сыҡмай. Әммә, һуң булһа ла Көмөш Миҙал үҙенең хужаһын килеп таба. Башҡортостанға, улай ғына түгел Рәсәйгә Башҡорт балының данын алып ҡайтҡан бал, уның умартасыһы тураһында бер ҡайҙа ла яҙылғаны юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Бына ниндәй бөйөк , егәрле, эшмәкәр кешеләрҙең балалары менән беҙ аралашабыҙ, дуҫ булып йөрөшәбеҙ. Нуриябыҙ ҙа  атаһының алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы. Йыл һайын ҡайтып умарталарҙы тәрбиәләй, ҡарай. Бал ҡорттары  бит ул изге күңелле кешене әллә ҡайҙан тоя.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: