Һоро стенала аҡ буяу менән аҡ сәскә төшөрөлә. Был осраҡлы түгел – билдәле яҡташыбыҙ Земфира Рамаҙанованың «Сәләм, ромашкалар» тигән йыры билдәләнә.
Хрущев заманында төҙөлгән йорттоң тышҡы яғында яҙыуҙар ҙа бар - миллиондарса кеше күңелен яулап, хитҡа әйләнгән композицияларҙан өҙөктәр килтерелә. Ҡылһыҙ гитара эсендә иһә артисттың йөҙөн күрергә мөмкин. Рәссамдар граффитиға ҙур идея һалған.
Рәссам Олег Кайбышев бер төркөм коллегалары менән граффити аша йырсының исемен мәңгелләштерергә була. Цой стенаһына оҡшатып эшләйҙәр. Был торлаҡтың бишенсе ҡатында Земфираның бала һәм үҫмер сағы үткән. Күрше йорттарҙа йәшәүселәр ҙә уны тик яҡшы хәтирәләр менән иҫкә ала. Мәктәп йәшенән үк һәләтле булыуын билдәләй.
Мәктәптә уҡығанда Земфира бер юлы ете түңәрәктә шөғөлләнә, шулай ҙа төп баҫымды музыка һәм баскетболда яһай. Был спорт төрө буйынса, хатта, Рәсәйҙең йыйылма юниор командаһы капитаны була. Бәлки донъя чемпионы ла булыр ине, тик күңеле менән сәнғәткә тартыла. Һөҙөмтәлә «эстрада вокалы» йүнәлеше буйынса Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә.
Уҡыу йортон тамамлағандан һуң, күп тә үтмәй, Мәскәүҙе яуларға юллана. 1999 йылдан башлап ҡына ул ете студия альбомы сығара. Рок стилдәге йырҙары менән тыңлаусыларҙың һөйөүен яулай. Граффитила бәүелсәктә төшөрөлгән ҡыҙ ҙа - тотош халыҡты сағылдыра. Рәссамдар музыканттың репертуары һәр кемдең - оло һәм йәш быуындың да күңеленә яҡын булыуын билдәләй.
Земфира Черниковка биҫтәһендә ата-әсәһе менән туҡһанынсы йылдар аҙағына тиклем йәшәгән. Фатир күптән инде һатылған. Хәҙер Ушаков урамындағы, 46-cы йортта башҡа милекселәр йәшәй. Әммә был биләмәлә айырыуса атмосфера.
Урындағы халыҡ талантлы яҡташыбыҙҙың бала сағынан уҡ музыка йүнәлеше буйынса нисек нығынғанын күҙәткән. Яңы граффити төшөрөүгә лә үҙ өлөшөн индерә улар. Рәссамдарға һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙам итә. Әйткәндәй, торлаҡтың беренсе ҡат стенаһында буш урын да ҡалдырылған. Фанаттар ҙа килеп, бында Земфираға рәхмәтен һүрәт аша белдерә ала.
.