+7 °С
Облачно
Яңылыҡтар
9 Августа 2021, 07:49

Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!

“Яҙыл да бүләк от!” уйыны еңеүсеһе Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Динә Лоҡманованы ҙур еңеүе менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!

“Яҙыл да бүләк от!” уйыны еңеүсеһе Ғафури районының Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбе уҡыусыһы Динә Лоҡманова тик "бишле" билдәләренә генә уҡый. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы ҡыҙ, ауыл мәҙәниәт йорто "Йәйғор" бейеү ансамблендә лә шөғөлләнә. Спортты үҙ итә. Динә, ҡустыһы Илнар менән, “Аманат”ты рәхәтләнеп уҡый, ундағы мәғлүмәттәрҙе дәрес әҙерләүҙә лә ҡуллана. Ҡустыһы менән икеһенә берәр журнал яҙҙыртҡаны өсөн өләсәләре Рәүилә Хатмулла ҡыҙына бик рәхмәтле Динә. Киләсәктә лә “Аманат”тан айырылмаҫбыҙ, ти, Лоҡмановтар.

Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас