0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Август 2021, 10:22

Республикабыҙ йәштәре «Аҫылташ» башҡорт мәҙәни форумына йыйылды

Йылайыр районы Бәләкәй Юлдыбай ауылы эргәһендәге «Дуҫлыҡ» балалар һауыҡтырыу лагерында үткән форумда 18-35 йәшкә тиклем әүҙем йәштәр ҡатнаша. Спорт, мәғариф, мәҙәниәт һәм инновацион үҫеш программаларынан тыш, йәштәр үҙҙәре тәҡдим иткән проекттарҙы ла яҡлаясаҡ.

сәлимә Ҡаранаева
Фото: сәлимә Ҡаранаева

«Аҫылташ» ҡа алдынғы ҡарашлы,әүҙем йәштәр генә йыйылған. Егет -ҡыҙҙар башҡорт халҡының мәҙәни-тарихи ҡомартҡыларын өйренеүҙе, башҡорт телен үҫтереүҙе, йәштәрҙе берләштереү һәм дуҫлаштырыу юлдарын булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Форумда 10 йүнәлештәге проект тормошҡа ашырыла. Интенет-селтәрендә башҡорт телендә поэзияны үҫтереү, тыуған телдә бәхәстәр ҡороу, медиаүҙәктә хеҙмәттәшлек итеү.

Форум сиктәрендә тәүгетапҡыр асыҡ лекторикум да ойоштороласаҡ. Был майҙансыҡта йәштәр үҙҙәре лә спикер ролендә сығыш яһап, алған белемдәре һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Башҡорт телендә «Аҫылташ» мәғрифәт конференцияһы үткәреләсәк һәм проекттар конвейеры ҡараласаҡ. Иң уңышлы тип танылған проекттар гранҡа тәҡдим ителәсәк. Форум йәш-елкенсәк араһында йәш лидер-етәкселәрҙе үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Форумдың күңел асыу программалары ла үҙенсәлекле. «Этнодонъя» майҙанында сарала ҡатнашыусылар башҡорт милли йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышасаҡ. Экстремаль спорт төрҙәрен үҙ итеүселәр иһә ҡаршылыҡтарҙы артылып, ярыштарҙа ҡатнаша аласаҡ.

Йәштәрҙең башланғыстарын үҫтереүсе форум 2017 йылдан бирле эшләй. Быйыл пандемияҡа бәйле саралар ҙа үтәлә, барлыҡ ҡатнашыусылар пцр тестар һәм вакцинация үткән. Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов форумда ҡатнашыусы йәштәрҙе тәбрикләп, был көндәрҙе емешле һәм һөҙөмтәле эшләп, яңы идеялар менән байыуҙарын теләне.

Автор: Сәләмә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас