Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Юлдаш Йосопов белдереүенсә, башҡорт ырыуҙары айырым бригадалар ойошторған.
– Башҡорт ырыуҙары әүҙемселәренә рәхмәт – республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары егеттәре Өфөгә юлланды, бынан бергә йыйылып, ойошҡан рәүештә райондарға сыға, – тип уртаҡлашты Юлдаш Йосопов.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, урындарҙағы район ҡоролтайы вәкилдәре тәүге көндәрҙән үк ут һүндереүҙә ҡатнаша.
– Ҡоролтай беренсе көндәрҙән үк райондар менән бәйләнеш тота. Урындағы ҡоролтайҙар райондарҙа эшләй, кемдер ойоштороу эшенә йәлеп ителгән, кемдер янғын һүндерә. “Ил төкөрһә – күл була”, йәғни беҙ бергә күберәк эшләй алабыҙ. Шуға ла төрлө райондарҙан мобиль төркөмдәр ойошторорға ҡарар ителде, – тип билдәләне Эльвира Айытҡолова.
Әлеге ваҡытта исемлектәр төҙөлә, транспорт мәсьәләһе хәл ителгән, ирекмәндәр бригадалары райондарға сыға башлай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ирекмәндәр кейеме ҡалын, аяҡта итектәр (резина, кирза, берцы) булһа яҡшыраҡ. Үҙең менән ашарға һәм термоста сәй алырға тәҡдим ителә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офиста гуманитар ярҙам ҡабул итә – аҙыҡ-түлек, көрәктәр, ҡорамалдар, янғын һүндереү ранецтары, йәғни ирекмәндәргә ут һүндереүҙә талап ителгән әйберҙәр.
Ирекмәндәр командаларына ҡушылырға теләгәндәр +7 965 927-88-77 телефонына мөрәжәғәт итә ала. Адресы: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 43.