-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Август 2021, 15:27

Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге юлүткәргес асылды!

Был сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге юлүткәргес асылды!
Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге юлүткәргес асылды!

Уның һүҙҙәренсә, яңыртылған юлды асыу быйылғы йылдың декабрь айына ғына планлаштырылған булған.

 

«Беҙ ваҡытынан алда төҙөп бөтә алдыҡ. Төҙөүселәргә рәхмәт, — Радий Хәбиров. — Күптәр, был нимәгә кәрәк, тип һорау бирә. Яуап бирәм: юл үткәргес дүрт һыҙаттан алтауға киңәйтелде, уның оҙонлоғо 24 метрҙан 33 метрҡа оҙонайҙы. Яңы юл үткәргес ҙур транспорт ағымына тәғәйенләнгән. Был тығындарҙың һанын кәметеүгә килтерәсәк, уңайлы буласаҡ. 31 авгусҡа тиклем транспорт сиселешендәге эштәрҙе тамамлаясаҡбыҙ».

 

Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Марат Ғәйфуллин әйтеүенсә, әлеге участокта төҙөлөш эштәре дауам итә.

 

«Беҙгә транспорт сиселешен эшләп бөтөргә кәрәк. Объектты техник асыу был», — тине мэр урынбаҫары.

Республика Башлығы, юл сиселеше Ағиҙел йылғаһы аша күпер менән бергә 2021 йылдың октябрендә асыласаҡ, тип белдерҙе.

Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге юлүткәргес асылды!
Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге юлүткәргес асылды!
Автор: Интернет
Читайте нас