-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Август 2021, 13:20

Янғын “Аҡсарлаҡ” балалар лагерына етә яҙҙы

Лагерҙан балалар хәүефһеҙ урынға эвакуацияланды. Тәүге көндән алып бөгөнгәсә район сәнәғәт предприятиеларының ауыр техникаһы шунда йәлеп ителде.

Янғын “Аҡсарлаҡ” балалар лагерына етә яҙҙы
Янғын “Аҡсарлаҡ” балалар лагерына етә яҙҙы

Районға ошондай ҡаза килгәндә эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмай. 200-ләп кеше янғын һүндереүҙә ҡатнашты, шул иҫәптән, ауыл халҡы, ирекмәндәр, 10 берәмек техника.  Ут лагерға килеп етә яҙҙы, әммә оло тырышлыҡ менән һуңғы сиктә туҡтатылды. Хәҙер балаларҙың яратып ял иткән урыны ҡотҡарылды.

Әммә тынысланырға иртә. Янғын Аҡташ яғында көсәйә. Унда уттың таралыуына юл ҡуймау өсөн барлыҡ саралар күрелә. Ивановка ауыл Советында янғын туҡтатылды. Әммә һаҡлыҡ саралары күрелә.  Күрше райондарҙан техника, янғын һүндереү машиналары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Дәүләт комитеты эште дауам итә.

Хәйбулла районы администрацияһы.

Янғын “Аҡсарлаҡ” балалар лагерына етә яҙҙы
Янғын “Аҡсарлаҡ” балалар лагерына етә яҙҙы
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: