

Бына-бына баш ҡалабыҙҙа ҙур спорт байрамы башланырға тора. Өфөлә ике көндән старт аласаҡ юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя беренселеген көтмәгән кеше һирәктер, иманым камил. Сөнки был – ҙур спорт, көрәш, сағыу алыштар, еңеүҙәр һәм адреналин.... Бөгөн Өфө тәүге ҡунаҡтарын ҡаршы алды – алты спортсы һәм ике тренерҙан торған беренсе делегация Филиппиндан килде.
– Беҙ Рәсәйҙә тәүге тапҡыр, йылы ҡаршы алыуығыҙ өсөн оло рәхмәт, – тип белдерҙе Филиппин иленең берләштерелгән көрәш һәм реслинг федерацияһы президенты, йыйылма команданың тренеры Элвин Агилар. Әйткәндәй, башҡорт ҡымыҙы һәм сәк-сәк сит ил ҡунаҡтарын хайран ҡалдырҙы. Ә сағыу милли кейемдәге ҡыҙҙарыбыҙ йәш көрәшселәрҙе бөтөнләй ғашиҡ иттерҙе, буғай. Улар һылыуҡайҙарҙан күҙен ала алманы. Эйе-эйе, башҡорт ҡыҙҙары тәү ҡараштан матурлығы менән әсир итерлек шул..
«Өфөгә килеүебеҙгә бик шатбыҙ. Бындай мөмкинлек тағы ла килеп тыуыр, тип ышанабыҙ», – тип ҡыуанысын йәшерә алманы Элвин Агилар. – Әлбиттә, тәүҙә пандемия арҡаһында илдән сығырға ҡурҡҡайныҡ, әммә барыбыҙ ҙа прививка яһатҡандан һуң килергә булдыҡ. Өфөлә миҙал яулап ҡайтырға ниәт итәбеҙ. Филиппин спортсылары Олимпия уйындарында беҙгә шәп үрнәк күрһәтте».
Элвин Агилар әйтеүенсә, Филлипин көрәшселәрен яңы ер-һыу күреү, сәйәхәт итеү бик ҡыуандырған. «Улар тәүге тапҡыр атай-әсәйһеҙ, үҙаллы ярышҡа килде, был үҙенә күрә ҙур тәжрибә», – ти тренер.
Филиппин көрәшселәре беренселектә грэпплинг-ги буйынса ярышырға иҫәп тота. Ҡунаҡтарыбыҙға, уңыштар юлдаш булһын!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя беренселеге 13 августа «Өфө-арена»ла башлана. Ярышты тантаналы асыу сараһы 17 авгусҡа планлаштырылған. Баш ҡала 54 илдән 1500-ҙән ашыу спортсыны ҡабул итәсәк.