0 °С
Облачно
Яңылыҡтар
11 Августа 2021, 03:45

Көтөп алынған сара

Күгәрсен районының Волостновка ауылы мәктәбенә Советтар Союзы Геройы Николай Ежов исеме бирелде. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Көтөп алынған сараКөтөп алынған сара
Көтөп алынған сара

Көтөп алынған сарала ауылдаштар, мәктәп уҡыусыларынан тыш, ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Сығыш яһаусылар геройҙың батырлығын һәм тормош юлын иҫкә алды. Николай Ежов 1941 йылда Ҡыҙыл Армияға алына һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында төрлө артиллерия полктары менән етәкселек итә.

Ҡаты алыш ваҡытында 23 йәшлек һалдаттың тәненә ярсыҡ эләгеп ул яу яланында һәләк булған. Батырлығы өсөн сержант Николай Ежов Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Уның исемен йөрөткән яңыртылған мәктәп бинаһында геройға араналған музей стенды ойоштороласаҡ тип көтөлә. 

Автор:Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас