+2 °С
Облачно
Яңылыҡтар
12 Августа 2021, 08:43

Ҡәҙим Аралбаевтың юбилейына арналған видеоконкурс

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаев 1 сентябрҙә 80 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡәҙим Аралбаевтың юбилейына арналған видеоконкурсҠәҙим Аралбаевтың юбилейына арналған видеоконкурс
Ҡәҙим Аралбаевтың юбилейына арналған видеоконкурс

Ошо уңайҙан баш ҡалабыҙҙың 26-сы моделле китапханаһы видеоконкурс иғлан итә. Бында ҡатнашыу өсөн шағирҙың шиғырын йәки шиғри әҫәренән өҙөктө яттан һөйләп, видеоға яҙҙырыу талап ителә. Эштәр 23 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Өс еңеүсе тауыш биреү буйынса билдәләнәсәк.

Ғаризаларҙы 26@ufa-lib.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк, хат темаһына «видеоконкурс «Родной земли степные ковыли…» тип тә яҙырға онотмағыҙ.

Автор:Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас