+1 °С
Ясно
Яңылыҡтар
17 Августа 2021, 04:39

Бөгөн ике спортсы илебеҙ данын яҡлаясаҡ

Кисә “Өфө-Арена”ла юниорҙар араһында донъя чемпионатының Олимпия төрҙәренә ҡараған ирекле көрәш буйынса ярыштарҙың беренсе көнө тамамланды. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн ике спортсы илебеҙ данын яҡлаясаҡБөгөн ике спортсы илебеҙ данын яҡлаясаҡ
Бөгөн ике спортсы илебеҙ данын яҡлаясаҡ

Спортсылар биш ауырлыҡ категорияһында көс һынашты һәм финалға сыҡты. Шулай итеп, иртәгә Рәсәй командаһынан ике көрәшсе финал ярыштарында көс һынашасаҡ. Рамазан Багавудинов 57 килограмм ауырлыҡ категорияһында Азербайжандан Нураддин Новрузовты 7:0 иҫәбе менән еңде. Илебеҙ спортсыһы финалда Төркиәнән Мөхәммәт Каравус менән беренселек өсөн алышасаҡ.

Рәсәй командаһынан тағы бер көрәшсе Шамил Мамедов 65 килограмм ауырлыҡ категорияһында Ирандан Саидхассан Эбадимерметины 14:8 иҫәбе менән еңде. Ул финалда Азербайжандан Зирраддин Байрамов менән көс һынашасаҡ.

Рәсәй йыйылма командаһынан 70 килограмм ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған Станислав Свинобоев Молдавиянан Станислав Новак менән көрәш балаҫында осрашасаҡ.

 

 

Автор:Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас