0 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Август 2021, 09:54

Башҡортостанға студент туризмы программаһы буйынса башҡа төбәктәрҙән йәштәр йыйылды

Улар аҙна дауамында баш ҡала һәм республика менән танышасаҡ. Программаға ярашлы, Рәсәй студенттарының ил буйлап сәйәхәт итеү һәм вуздар кампустары һәм дөйөм ятаҡтарында йәшәү мөмкинлеге бар. Республикаға килгән ҡунаҡтар ниндәй маршрут буйлап үтәсәк? 

Башҡортостанға студент туризмы программаһы буйынса башҡа төбәктәрҙән йәштәр йыйылды
Башҡортостанға студент туризмы программаһы буйынса башҡа төбәктәрҙән йәштәр йыйылды

Республика буйлап алты көнлөк сәйәхәт етди осрашыуҙан башланды. Башҡорт дәүләт университеты ректораты Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылға 12 студент менән осрашты. Ҡунаҡтар вуздың ҡаҙаныштары, тарихы һәм бөгөнгөһө менән яҡыныраҡ танышты.

 

«Студент туризмы» программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме меннән 15 июлдән ғәмәлгә инде. Уға ярашлы уҡыу йортонда белем алыусыларҙың ил буйлап сәйәхәт итергә һәм вуз ятаҡтары, кампустарында йәшәү мөмкинлеге бар. Федераль программала барлығы 15 вуз, шул иҫәптән Башҡорт дәүләт университеты ҡатнаша. Республикаға килгән 40-тан ашыу ғариза араһынан, 12 студент һайлап алына. Улар Түбәнге Новгород, Һамар, Екатеринбург, Иркутск һәм Төмән ҡалаларынан.

 

Студенттар өсөн алты көнлөк «Башҡортостанды асабыҙ» программаһы төҙөлгән. Әйткәндәй, гид булараҡ Башҡорт дәүләт университетының туризм бүлеге студенттары сығыш яһай. Дарья Терехинаны тәжрибәле сәйәхәтсе тип әйтергә лә мөмкин. Ул Рәсәйҙең 25 төбәгендә булған. Өфөгә килеү, урындағы мәҙәниәт һәм тәбиғәт менән танышыу минең өсөн ҡыҙыҡлы һынау, ти Төмән ҡунағы.

 

Туристар быйыл яҙ асылған дөйөм ятаҡта йәшәй. Әлбиттә, люкс номерҙары түгел, ләкин бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Йәшәү хаҡы ла тәүлегенә ни бары 20 һум. Шулай уҡ программаға көнөнә өс тапҡыр туҡланыу индерелгән. Йәмғеһе «Студент туризмы» буйынса республикаға сәйәхәт ҡылыусылар яҡынса 10 мең һум түләй. Башҡа төбәктәрҙә был сумма айырылыуы ихтимал.

Ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүҙән тыш, республика студенттары ла сәйәхәткә йыйына. Уларҙы Алтай республикаһында көтәләр.

Автор: Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас: