+6 °С
Ясно
Яңылыҡтар
17 Августа 2021, 04:50

“Орлан” Ырымбурға йүнәләсәк

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә төбәктә йәнә бер тимер юлы маршруты асылыуы тураһында хәбәр итте. Ул Өфө менән Ырымбур ҡалаларын тоташтырасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Орлан” Ырымбурға йүнәләсәк“Орлан” Ырымбурға йүнәләсәк
“Орлан” Ырымбурға йүнәләсәк

Республика етәксеһе белдереүенсә, Өфөнән Күмертауға һәм кире маршрутта йөрөгән “Орлан” экспресс-поезы менән биш ай эсендә 24 мең пассажир файҙаланған. Был маршрут апрель айында асылғайны, ә сентябрҙә яңы проект тормошҡа ашырыла башлаясаҡ – маршрут Ырымбур ҡалаһына тиклем оҙайтыла.

“Юлдағы ваҡыт 6 сәғәт тәшкил итәсәк. Беҙҙең “Орлан” Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Күмертау, Ырымбур ҡалаларын тоташтырасаҡ. Киләсәктә ошо һәм башҡа йүнәлештәрҙе лә үҫтерәсәкбеҙ”, - тип яҙа Радий Хәбиров.

Автор:Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас