-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Август 2021, 10:07

Бәхетле булырға нимә ҡамасаулай?

Һеҙгә күкрәк тултырып һуларға, тулыһынса бәхетле булырға нимә ҡамасаулай?

Бәхетле булырға нимә ҡамасаулай?
Бәхетле булырға нимә ҡамасаулай?

1. Һеҙ һәр ваҡыт кемдер йә нимәлер өсөн борсолаһығыҙ.

2. Бөтәһен дә күҙ уңында тоторға тырышаһығыҙ.

3. Үҙегеҙҙе башҡалар менән сағыштыраһығыҙ.

4. Хыялығыҙ тормошҡа ашһа, бәхетле буласаҡмын тип уйлайһығыҙ.

5. Кешенән кәм булмайым тип көнө-төнө ал-ял белмәй аҡса артынан ҡыуаһығыҙ.

6. Туғандарығыҙ менән һирәк аралашаһығыҙ.

7. Һеҙ - автор түгел, һеҙ - актер.

8. Үткәндәргә йыш әйләнеп ҡайтаһығыҙ.

9. Алдағы көндө уйлап, бөгөнгөнөң ҡәҙерен белмәйһегеҙ.

10. Еңелә белмәйһегеҙ.

11. Көндәлек тормошоғоҙға үҙгәрештәр индерергә ҡурҡаһығыҙ.

12. Һәр эшегеҙгә баһа көтөп йәшәйһегеҙ.

13. Белемегеҙ өҫтөндә эшләмәйһегеҙ.

14. Һеҙҙең маҡсатығыҙ юҡ.

15. Мөмкинселектәр менән ваҡытында ҡуллана белмәйһегеҙ.

16. Эшегеҙҙе яратмайһығыҙ.

17. Аҡса ҡәҙерен белмәйһегеҙ.

18. Кешенең һәр һүҙен күңелегеҙгә яҡын алаһығыҙ.

19. Үҙ хаталарығыҙ өҫтөндә эшләмәйһегеҙ.

20. Үҙегеҙ тураһында күп уйлап, үҙегеҙҙе күңелһеҙ тормошҡа дусар итәһегеҙ.  

21. Тормошҡа ашмаған хыялдарығыҙ эстән һеҙҙе ҡорт кеүек кимерә.

22. Кемгәлер үтә яҡшы булып күренергә теләп, кеше ҡурайына бейейһегеҙ.

23. Хистәрегеҙ аҡылығыҙға буйһонмай.

24. Үҙегеҙҙе йәлләүҙән бушамайһығыҙ.

25. Кәрәк саҡта ауыҙығыҙҙы йоҙаҡта тота белмәйһегеҙ.  

Автор: Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас