-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Август 2021, 09:28

Дрондар шоуы

Тиҙҙән Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә Йәш һөнәрмәндәрҙең (WorldSkills Russiа) милли беренселеге ойоштороласаҡ. Шул иғтибарға лайыҡ, баш ҡалабыҙҙа WorldSkills Russia ҡатнашыусылары өсөн дрондар ҡатнашлығында шоу күрһәтеләсәк. Пилотһыҙ осҡан ҡоролманы хатта алыҫтан да ҡарарға мөмкин. 

Дрондар шоуы
Дрондар шоуы

Тамашаны ярыш барған көндәрҙең береһендә күҙәтә алаһығыҙ. Ҡунаҡтар һәм бәйгелә ҡатнашыусылар өсөн конкурсты “Геоскан” компанияһы тәҡдим итә. Әйткәндәй, ошо компания йәш һөнәрмәндәрҙең ярышын үҫтереүгә тос өлөш индерә.

 

Бынан тыш бәйге ваҡытында “Внешнее пилотирование и эксплуатация беспилотных воздушных судов” тигән компетенцияһы буйынса ярыш уҙғарыласаҡ. Ә инде милли беренселек һуңынан Башҡортостандың "Бизнес-наследие" тип аталған проекты тормошҡа ашырыласаҡ.

 

Дрондар шоуы проекты етәксеһе Сергей Лапко әйтеүенсә, улар бындай конкурста беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай, был йәһәттән бай тәжрибәгә эйә.

 

Өфөлә Йәш һөнәрмәндәрҙең (WorldSkills Russiа) милли беренселеге 25 августа башлана. Финалда үҫмерҙәр 105 йүнәлеш буйынса көс һынашасаҡ, ә Башҡортотан егеттәре һәм ҡыҙҙары иһә 103 компетенция буйынса ҡатнашасаҡ. Башҡортостан йыйылма командаһында 498 кеше иҫәпләнә, шуның 280-е конкурсант, ә 218 кеше эксперт. Ғөмүмән, милли беренселектә Рәсәйҙең 75 төбәгенән ҡатнашасаҡтар, 3000 тирәһе конкурсанттың килеүе көтөлә.

Автор: Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас