-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Август 2021, 09:40

Республикала студент кампусы төҙөлә

Был турала социаль селтәрҙәге яҙмаһында республика башлығы һөйөнсөләне. Радий Хәбиров Рәсәй хөкүмәтенең бөгөнгө ҡарарын Башҡортостан юғары белем биреү системаһы һәм фәненең һуңғы йылдарҙағы иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе тип баһаланы.

Университетет ректорҙары һәм хөкүмәттең оҙаҡ йылдар дауамында алып барған эше, ниһайәт, һөҙөмтә бирҙе. Донъя кимәлендәге студент кампусы, дөйөм ятаҡ ҡына түгел, тәү сиратта йәштәр һәм уларҙың уҡытыусыларына тәғәйенләнгән ғилми лабораторилар, спорт һөм мәҙәниәт учреждениелары . Уларҙың барыһы ла ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашыуы менән әһәмиәтле тип белдергән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында.

Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы илдең төрлө төбктәрендә студент кампусы төҙөлөшө өсөн 27 ғаризаның һигеҙен һайлап алды. Өфөнән тыш, Томск, Новосибирск, Калининград, Түбәнге Новгород, Силәбе, Екатеринбург һәм Мәскәүҙә донъя кимәлендәге кампустар төҙөлә. Эштә быйыл башлана. Сығымдарҙың 60 проценты федераль бюджеттан ҡаплана. Радий Хәбиров ил Президенты Владимир Путиндың республикаға сәфәре барышында, проектҡа булышлыҡ итеүҙе һорағайны.

Автор:Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас: