+10 °С
Ясно
Яңылыҡтар
19 Августа 2021, 09:02

"1000 музыкант көнө" үтәсәк

21 августа Өфөлә дүртенсе тапҡыр "1000 музыкант көнө" тигән сара үтәсәк. Музыка фестивале "Ҡунаҡһарай" сауҙа комплексының Коммунистик урамы яғындағы майҙансығында, көндөҙгө cәғәт 2-лә башлана.

Добавить в предпочтительные источники Google

Сара киске сәғәт 10-ға тиклем дауам итәсәк. Флешмобта ҡатнашыу өсөн теркәлеү (http://d1000m.com/) тамамланмаған әле.  Өфөнән генә түгел, бүтән тарафтарҙан да рок яратыусылар киләсәк. Музыканттар сарала алдан үҙҙәре һайлаған көйҙәрҙе  уйнаясаҡ.

Фестивалде Дамир Лоҡманов алып барасаҡ. Сергей Галанин һәм«СерьГа» төркөмөнөң ҡатнашыуы көтөлә. Әлбиттә, пандемия шарттарында бөтә санитар-гигиена талаптары үтәләсәк. Музыканттар өсөн бик ҡыҙыҡлы сара булмаҡсы. 

Автор:Сәләмә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас