Радий Хәбиров киләһе йыл Арктикаға экспедицияға юлланыуы ихтимал. Был турала ул Рус география ойошмаһының попечителлек советы ултырышында белдерҙе. Республика башлығы Валериан Альбанов үткән юлдарҙан экспедицияла ҡатнашырға ниәтләй. Ултырышҡа тиклем арктиканы өйрәнесе яҡташыбыҙҙың иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.
Таҡтаташтың әлеге Башҡорт дәүләт медицина университетында урынлаштырылыуы осраҡлы түгел. Тап ошо бинала элек ирҙәр гимназияһы урынлашҡан була. Легендар яҡташыбыҙ, Арктиканы өйрәнеүсе Валериан Альбанов ошо белем усағында һабаҡ ала. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был таҡтаташ өйрәнелмәгән полярниктар тарихының тағы бер битен аса.
Дәү бинала ҙур булмаған ҡалай алтаҡтаның барлыҡҡа килеүе күптәргә сәйер тойолғандыр. Баҡтиһәң, Рус география йәмғиәте урынлаштырған бар таҡтаташтар ҙа тап ошо үлсәмдә. Был күренешкә иһә үҙ аңлатмаһы ла бар.
"Был үлсәм урынды күп алмаҫ өсөн ҡулланыла. Тарихи йорттарҙа бит уларҙы күпләп урынлаштыралар. Әгәр бар таҡтаташты ла ҙурҙан яһаһаң башҡаларға урын ҡалмай. Мәҫәлән, мин үҙем Санкт-Петербургта бер өйҙә генә утыҙлаған таҡтаташ күрҙем. Был урын экономиялау алымы һуңынан стандартҡа әйләнеп киткән" - тине Рөстәм Сиражетдинов, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлеге медиатөркөмө етәксеһе.
Таҡтаташтың урынлаштырылыуы полярниктың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә тағы бер аҙым. Тәүгеһе һәм иң ҙуры республика башлығы ниәте менән июнь айында ғына яһалды. Баш ҡалала Арктиканы өйрәнеүселәр музейы барлыҡҡа килде. Бөгөн унда география фәне өлкәһе белгестәренең һөнәри байрамы һәм Рус география йәмғиәте ойошторлоуға 176 йыл тулыу уңайынан попечителлек советы ултырышы үтте.
Йыйында йәмәғәт ойошмаһының атҡарған эштәре барланды һәм киләсәккә пландар билдәләнде. Ә ниәттәр ҙур. Киләһе йыл арктикаға Валериан Альбанов үткән юлдар буйлап экспедиция ойоштороу һәм Изге Анна шхунаһы ҡалдыҡтарын табыу күҙаллана.
Ултырышта Башҡортостанға ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Рус география йәмғиәте мәмерйәләрҙе контролгә алмаҡсы. Әле был тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау ҡануниәттә бөтөнләй ҡаралмаған.
Рус география йәмғиәте илдең иң боронғо йәмәғәт ойошмаһы. Быйыл уның ойошторолоуына 176 йыл. Попечителлек советын дәүләт башлығы үҙе етәкләй. Әйткәндәй, Башҡортостандағы бүлеге быйыл иң яҡшы биш төбәк идаралығы исемлегенә инде.