0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Август 2021, 14:04

Яңы балалар баҡсаһы ишектәрен асты

Өфө районы Алексеевка ауылында “Бала саҡ планетаһы” яңы балалар баҡсаһы ишектәрен асты. 

Яңы балалар баҡсаһы ишектәрен асты
Яңы балалар баҡсаһы ишектәрен асты

Өфө районының Алексеевка ауылында “Бала саҡ планетаһы” яңы балалар баҡсаһы ишектәрен асты. Был объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлдө.

Балалар баҡсаһы заманса йыһазландырылған һәм 220 урынға иҫәпләнгән, кескәйҙәр 10 төркөмдә шөғөлләнәсәк. Тантанала сығыш яһаған Өфө район хакимиәте башлығы Вилорий Угаров был ҡыуаныслы ваҡиға Радий Хәбировтың һәм республика Хөкүмәтенең ярҙамы һөҙөмтәһендә мөмкин булыуын билдәләне.

“Беҙ шулай уҡ республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына, шәхсән Айбулат Вәкил улы Хажинға рәхмәтлебеҙ”, – тине район хакимиәте башлығы.

Яңы объектты асыу тантанаһында ҡатнашҡан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, республиканың төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Алексей Новиков, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Люция Ризуанова һәм башҡалар Алексеевка ауылы халҡын яңы балалар баҡсаһы сафҡа инеүе менән ҡотланылар.

Райондың, республиканың һәм федераль үҙәктең системалы эшләүе нигеҙендә, Өфө районы социаль объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыуҙа алдынғы урындарҙың береһен биләй.

Фото: srk.nationalpriority.ru.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: