-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Август 2021, 15:38
1

1 сентябрҙә 130 меңдән ашыу уҡыусы Өфө мәктәптәренә уҡырға бара

Уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы «уҡыу процесын тулыһынса дистанцион форматҡа күсереү өсөн бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ, ләкин, коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫәпкә алып, барыһына ла әҙер булырға кәрәк» тип белдергәйне.

1 сентябрҙә 130 меңдән ашыу уҡыусы Өфө мәктәптәренә уҡырға бара
1 сентябрҙә 130 меңдән ашыу уҡыусы Өфө мәктәптәренә уҡырға бара

1 сентябрҙә 130 меңдән ашыу уҡыусы Өфө мәктәптәренә уҡырға бара, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин мәғариф хеҙмәткәрҙәренең ҡала август кәңәшмәһендә.

15 меңдән ашыу уҡыусы тәүге тапҡыр парта артына ултыра.

Быйыл баш ҡалала төҙөкләндерелгәндән һуң 21-се лицей файҙаланыуға тапшырыла, Кузнецов затонында 260 урынлыҡ сафҡа индерелә, тип белдерҙе Өфө хакимиәте. 2022 йылда Инорс-4 биҫтәһендә 1650 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп асыу күҙаллана.

Башҡортостанда 498 441 уҡыусы өсөн яңы уҡыу йылы башлана, республикала быйыл 60 239 бала беренсе класҡа бара.

Уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы «уҡыу процесын тулыһынса дистанцион форматҡа күсереү өсөн бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ, ләкин, коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫәпкә алып, барыһына ла әҙер булырға кәрәк» тип белдергәйне.

https://www.bashinform.ru/news/1632240-1-sentyabrya-v-ufimskie-shkoly-poydut-bolee-130-tysyach-shkolnikov/

Автор: ИА "Башинформ"
Читайте нас